4 декабрь, Йәкшәмбе

20 июль 2012 йыл, 14:33

Коллегабыҙ Рәис Ҡасимов беҙҙең аранан китеп барҙы

автор: Алик Шакиров

Коллегабыҙ, республиканың күренекле журналисы, «Кызыл таң» гәзите ветераны Рәис Ҡасимов беҙҙең аранан китеп барҙы.

«Кызыл таң» гәзитенең бөгөнгө һанында хәбәр ителеүенсә, Рәис Ҡасимов 1936 йылдың 15 ғинуарында Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған. Өфөлә урта мәктәпте тамамлаған Рәис йәштән үк матбуғат менән ҡыҙыҡһына. 1958 йылда армиянан ҡайтҡас, «Ленинец — Ленинсы» гәзитенә тәржемәсе булып эшкә урынлаша. Ситтән тороп уҡып, 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм бер йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр булып эшкә күсә. 1973 йылдан башлап теүәл сирек быуат уның журналистлыҡ эшмәкәрлеге «Кызыл таң»да дауам итте: әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, яуаплы секретарь вазифаларын башҡарҙы.

Рәис Шәйәхмәт улы ижтимағи-сәйәси тормоштоң ағышы һәм алда торған бурыстар тураһында очерктар, публицистик мәҡәләләр, юл яҙмалары, фельетондар, махсус тематик биттәр яҙҙы.

1991 йылда Рәис Ҡасимовҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме, 1992 йылда Шаһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия бирелде, 1996 йылда Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

— Рәис Ҡасимов донъя малы тип көйөнмәне, ифрат тыйнаҡ йәшәне, барлыҡ көсөн, ваҡытын журналистикаға, йәмәғәт эштәренә бағышланы. Ҡулынан ҡәләмен төшөрмәне. Спорт менән шөғөлләнеүҙән дә ғүмер буйы туҡтаманы. Үткән ҡыш та әле ул йылға-күлдәрҙә йыш ҡына мәке уйып, боҙло һыуҙа ҡойондо. Яҙмышына шулай яҙылғандыр, күрәһең, июль селләһендә күлдә һыу ингәндә йөрәге туҡтаған, — тип яҙалар уның тураһында хеҙмәттәштәре «Кызыл таң» гәзитенең бөгөнгө һанында.

темалар: хәтер