10 декабрь, Шәмбе

20 июль 2012 йыл, 13:56

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле итеп Амур Хәбибуллин тәғәйенләнде

автор: «Башинформ»

Башҡортостан Президенты Указы менән Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле итеп Амур Хәбибуллин тәғәйенләнде.

Хәбибуллин Амур Ғәбиҙулла улы 1974 йылдың 21 авгусында Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.

1995 йылда – Силәбе дәүләт университетының иҡтисад факультетын, 2002 йылда Урал дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай.

1995 йылдан Арғаяш районы буйынса дәүләт һалым инспекцияһында эшләй.

1997 йылдан – Арғаяш районы хакимиәтенең ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау бүлеге мөдире, маркетинг һәм ҡулланыусылар баҙарын координациялау буйынса комитет рәйесе.

1999 йылда «Агропромснаб» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһына һайлана һәм әлеге көнгә тиклем шунда эшләй.

2000 йылда Арғаяш районы Депутаттар йыйылышы депутаты итеп һайлана һәм финанс-бюджет комиссияһын етәкләй.

2008 йылдан – Силәбе өлкәһенең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы.

2010 йылдан – Силәбе өлкәһендә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил ярҙамсыһы.