9 декабрь, Йома

20 июль 2012 йыл, 12:07

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы итеп контракт буйынса Раэль Рәхмәтуллин тәғәйенләнде

автор: «Башинформ»

Стәрлетамаҡ районы муниципаль районы Советының 2012 йылдың 20 авгусындағы ҡарарына ярашлы, Стәрлетамаҡ районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Раэль Рәхмәтуллин тәғәйенләнде.

Раэль Әҙһәм улы Рәхмәтуллин 1967 йылда Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған ауылында тыуған. Башҡорт ауыл хужалығы институтын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылда Стәрлетамаҡ районының «Осҡон» колхозында башлай.

1992-1993 йылдарҙа – Стәрлетамаҡ районының «Мир» совхозы баш бухгалтеры урынбаҫары.

1993-1998 йылдарҙа – Стәрлетамаҡ районы буйынса һалым инспекцияһының баш һалым инспекторы.

1998-1999 йылдарҙа — «Право» акционерҙар йәмғиәте директорының иҡтисад буйынса урынбаҫары, «Дисконт» күсемһеҙ милек агентлығы директоры урынбаҫары.

1999-2005 йылдарҙа – Стәрлетамаҡ районының Милек менән идара итеү комитеты рәйесе.

2006-2010 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Стәрлетамаҡ районы буйынса Милек менән идара итеү комитеты рәйесе.

2011 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем – Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығының ер һәм мөлкәт сәйәсәте буйынса урынбаҫары.