3 декабрь, Шәмбе

20 июль 2012 йыл, 11:35

Төбәк башлығы Кушнаренко районында булды

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

19 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Кушнаренко районында бер нисә социаль объектты ҡараны һәм урып-йыйыу кампанияһы барышы менән танышты. Рөстәм Зәки улы МТС дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының «Үҙәк» бүлексәһендә булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Унда көн элгәре арыш сабырға төшкәндәр. Президент уңыш хаҡында ҡыҙыҡһынды, ул бында гектарынан 17-20 центнер тәшкил итә. Эш иртәнге 8-ҙән башлана һәм ҡайһы саҡта төнгә тиклем дауам итә.

Кушнаренко ауылында Рөстәм Хәмитов Үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһын ҡараны. Был бүлек капиталь ремонттан һуң 2012 йылдың мартында асылған. Ул бер сменаға 100 кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Төҙөлөш эштәре республика бюджетынан финансланған, реконструкцияға 7 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Шулай уҡ Кушнаренкола Рөстәм Хәмитов 160 балаға иҫәпләнгән 4-се «Ҡояшҡай» бала баҡсаһында булды. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан. Ремонт эштәренә һәм ҡорамалдар һатып алыуға яҡынса 6 миллион һум аҡса тотонолған.