7 декабрь, Шаршамбы

20 июль 2012 йыл, 9:53

Рөстәм Хәмитов 2012 йылғы Йәйге халыҡ-ара уйындарҙа ҡатнашыусы өфөлөләрҙе ҡотланы

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

— Беренсенән, барығыҙҙы ла бындай ҙур ярыштарҙа ҡатнашыуығыҙ менән ҡотлайым. Был юғары кимәл. Һәм, әлбиттә, айырыуса наградалар яулаған спортсыларҙы ҡотлайым, — тине Көньяҡ Кореяла үткән 46-сы Йәйге халыҡ-ара уйындарҙа ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов.

Осрашыу кесе йома, 19 июлдә, Республика йортонда үтте. Уҡыусылар һәм уларҙың тренерҙары республика башлығынан тәбрикләү һүҙҙәрен ишетте.

Дэгу ҡалаһында үткән әлеге чемпионат спорт ареналарында донъяның 35 иленән мең ярымдан ашыу спортсыны йыйҙы. Ярыштар программаһына ете спорт төрө индерелде, өфөлөләр уларҙың дүртәүһендә (теннис, йөҙөү, еңел атлетика һәм тхэквондо) ҡатнашты.

Йөҙөү һәм йүгереү буйынса яҡташтарыбыҙ ун иң яҡшы спортсы иҫәбенә инде, теннис буйынса Софья Доброневская һәм Эльвира Ғәлиева дуэты дүртенсе булды.

Ә бына тхэквондо буйынса беҙҙекеләр наградаларҙың бөтә төрөн яуланы: Айҙар Усманов һәм Эльвина Хәкимова — «алтын», Эвелина Мосабирова — «көмөш», Иван Кортунов «бронза» алды.

— Һеҙҙең уңыштарығыҙға ҡарап, башҡа малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа спорт менән шөғөлләнеп, секцияларға йөрөй башлай, — тине Рөстәм Зәки улы.

Президент уҡыусыларҙан ҡышҡы спорт төрҙәренең уларға ни тиклем яҡын булыуын һорашып, уларҙың, 2013 йылда Өфөлә үтәсәк Ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашып, шулай уҡ миҙалдар яулай аласағын билдәләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, IV Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары беҙҙең ҡалала 2013 йылдың 26 февралендә старт ала. Бөгөн Өфө был уйындарҙы ҡаршы алырға әүҙем әҙерләнә. Спорт объекттары төҙөлә һәм реконструкциялана, ҡаланың транспорт инфраструктураһы яңыртыла. Өфөнөң тренировкалар үткәреү базаларында йәш спортсылар ныҡлы әҙерләнә. Һәм Көньяҡ Кореяла үткән Уйындарҙа ҡатнашыу балалар һәм уларҙың тренерҙары өсөн баһалап бөткөһөҙ тәжрибә бирҙе, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов осрашыу барышында.

Балалар сәфәрҙән алған тәҫьораттары менән бүлеште, ярыштар хаҡында һөйләне. Шулай уҡ Өфө ҡалаһына Дэгула тапшырылған Халыҡ-ара уйындарҙың флагы ла тәҡдим ителде. Эстафетаны ҡабул иттек – 2013 йылғы Уйындарға әҙерләнәбеҙ!