Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Журналистар «Рәсәй патриоты» конкурсында ҡатнашыуға саҡырыла

Йәмғиәт

Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ киң мәғлүмәт сараларында патриотик тәрбиә темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға XI «Рәсәй патриоты» бөтә Рәсәй конкурсын иғлан итә.

«Рәсәй патриоты» конкурсы «2011-2015 йылдарға Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү» дәүләт программаһына ярашлы үткәрелә.

Бәйгене Рәсәй Оборона министрлығы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хәрби тарихи-мәҙәни үҙәге, РФ субъекттарының башҡарма власть органдары менән берлектә Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ үткәрә.

Ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыуға рәсми рәүештә теркәлгән электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт саралары, шулай уҡ авторҙар (авторҙар коллективтары) саҡырыла. Уларҙың патриотик йүнәлештәге материалдары киң мәғлүмәт сараларында 2011 йылдың сентябренән 2012 йылдың авгусына тиклем сыҡҡан булырға тейеш.

Төбәк этабында һайлап алынған эштәр теркәп ебәрелә торған материалдар менән ҡуша 15 авгусҡа тиклем 119019, Мәскәү ҡалаһы, Никитский бульвары, 8/3, 4-се ҡат адресы буйынса Халыҡ-ара матбуғат клубына ебәрелә.

Конкурста еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһын октябрь аҙағында Воронежда үткәреү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть