11 декабрь, Йәкшәмбе

19 июль 2012 йыл, 16:04

Баш ҡалала «AVANTE» йәштәр премияһы лауреаты исеменә конкурс старт алды

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты «AVANTE» ҡала йәштәр премияһы лауреаты исеменә конкурс иғлан итә.

Быйыл сара Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала. Уны ойоштороусылар булып Өфөнәң Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм «Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәге сығыш яһай. Конкурс йәштәрҙең бөтә өлкәләрҙәге креатив, заманса, социаль әһәмиәтле башланғыстарына ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә.

Бәйгелә 14-30 йәштәрҙәге, төрлө өлкәләрҙә, йәмәғәт тормошонда уңыштарға өлгәшкән һәр өфөлө ҡатнаша ала. Конкурста ҡатнашыуға спорт, ғаилә, фән, бизнес, ижад номинациялары буйынса эштәр ҡабул ителә.

Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс ике этапта үткәрелә. Июлдә старт алған һәм 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк тәүге этап сиктәрендә комиссия һәр номинацияла өсөшәр эш һайлап аласаҡ.

Икенсе этап 1 октябрҙән 10 ноябргә тиклем үтә. Тауыш биреү ярҙамында еңеүселәр билдәләнәсәк.

Заявкалар 1 октябргә тиклем Шафиев урамы, 12/2 адресы буйынса ҡабул ителә. Шулай уҡ заявканы рәсми сайтҡа инеп тултырырға һәм ебәрергә була.

Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефондар: 223-44-49, 279-06-30.