5 декабрь, Дүшәмбе

19 июль 2012 йыл, 15:05

Башҡортостанда «Аль-РТВ» мосолман телеканалы эшләй башлаясаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Мәскәүҙә «Аль-РТВ» мосолмандар тураһында һәм улар өсөн дөйөм Рәсәй телеканалы ҡарамағындағы Йәмәғәт советының беренсе ултырышы үтте. Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса советы рәйесе советнигы Илүс Әхәтов булды.

«Аль-РТВ» телеканалы федераль власть органдары ярҙамында ҙур мосолман ойошмалары етәкселәре башланғысы менән булдырылды. Ул Ураҙа байрамы көнө — 2012 йылдың 19 авгусында эшләй башлаясаҡ. Телеканал Рәсәйҙең һигеҙ төбәгендә (Башҡортостан, Татарстан һәм Кавказдың алты республикаһында) тәүлегенә 24 сәғәт эшләйәсәк. Тапшырыуҙарҙы «Триколор ТВ» юлдаш телевидениеһы булған республика халҡы ҡарай аласаҡ.

Телеканал эшмәкәрлеге йәмәғәт телевидениеһы принциптарына ҡороласаҡ, телекомпания эшмәкәрлегенә бәйле барлыҡ ҡарарҙар Йәмәғәт советында ҡабул ителәсәк. Башҡортостан исеменән был Йәмәғәт советына БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса советы рәйесе Вячеслав Пятков инде.

«Башинформ» агентлығына Илүс Әхәтов һөйләүенсә, киң йәмәғәтселеккә ислам дине нигеҙҙәрен күрһәтеү, диндең татыулыҡ, үҙ-ара ихтирам һәм аңлашыу принциптарына ҡоролған булыуына барыһын да ышандырыу телеканалдың төп маҡсаты булып тора.