3 декабрь, Шәмбе

19 июль 2012 йыл, 12:19

Өфө собор мәсетен төҙөп бөтөү өсөн махсус фонд булдырыласаҡ

автор: Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин

Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында собор мәсетен төҙөү мәсьәләләре Башҡортостан Хөкүмәтендә тикшерелде. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов был мәсьәләнең көнүҙәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов хәбәр итеүенсә, был эшкә республиканың иң яҡшы проектлау ойошмалары йәлеп ителгән. Проект-смета документацияһы әҙер, әммә бинаның эске биҙәлеше мәсьәләлре асыҡ ҡала. Бөгөнгө көнгә яҡынса 400 миллион һум үҙләштерелгән. Средстволар, нигеҙҙә, хәйриә рәүешендә айырым кешеләрҙән килгән. Проекттың дөйөм хаҡы – бер миллиард 400 миллион һум.

Ултырышта ҡатнашыусылар фекеренсә, әлеге ваҡытта төҙөлөштө «йәнләндерәсәк» тәҡдимдәр әҙерләү зарур. Бының өсөн объектты финанслау ысулдарын табырға кәрәк, тигән дөйөм фекергә килде улар.

Салауат Сәғитов Өфөлә собор мәсетен төҙөү мәсьәләһе менән махсус рәүештә шөғөлләнгән ойошма булдырырға һәм уның ҡарамағында фонд ойошторорға тәҡдим итте.

— Тәҡдим ителгән структураға тулыһынса дәүләт контроллек итергә тейеш, — тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары. – Алдағы ике-өс йылда башланған проектты тамамларға тейешбеҙ.

Салауат Сәғитов шулай уҡ төҙөлөш барышында ҡатмарлы хәлдәр һәм ҡаршылыҡтар килеп тыумһын өсөн мәсет проектының ислам дине ҡанундарына тап килеүенә иғтибарын йүнәлтте.

БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин билдәләүенсә, мәсет төҙөү – уртаҡ эш.

— Был мәсьәләне эҙмә-эҙлекле һәм төптән уйлап хәл итеү зарур, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Төҙөлөп ятҡан мәсет эргәһендә Покров сиркәүе урынлашҡан. Ҡалаға ингән ерҙә ике дини объекттың бер-берһенән яҡын урынлашыуы конфессия-ара татыулыҡ символы буласаҡ.

Киләһе ултырышҡа, Салауат Сәғитов тәҡдиме буйынса, оҙайлы һәм урта сроктарға эш графигы булдырылырға, шулай уҡ бина проекты әҙер булырға тейеш.