3 декабрь, Шәмбе

19 июль 2012 йыл, 11:19

46-сы Йәйге халыҡ-ара балалар уйындары миҙалсылары ҡайтты

автор: Дмитрий Слезин

19 июлдә Өфөгә 46-сы Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусылар әйләнеп ҡайтты. Ярыштар Көньяҡ Кореяның Дэгу ҡалаһында үтте. Рәсәй исеменән Тула һәм Өфө ҡалалары спортсылары сығыш яһаны. Тула футболсылары ил өсөн «алтын» яуланы.

Өфө йыйылма командаһына баш ҡаланың спорт мәктәптәренән 18 уҡыусы, шулай уҡ уларҙың тренерҙары инде.

Башҡортостан спортсылары теннис, еңел атлетика, йөҙөү һәм тхэквондо буйынса призлы урындар өсөн көс һынашты. Әммә файтерҙар ғына миҙалдар яулай алды. Айҙар Усманов (ауырлыҡ категорияһы – 40 кг) һәм Эльвина Хәкимова (40 кг) чемпион булды, Эвелина Мосабирова (50 кг) — «көмөш», Иван Кортунов (50 кг) — «бронза» яуланы.

Аэропортта миҙалсыларҙы туғандары, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Өфө хакимиәте һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡаршы алды.

Спортсыларҙан тыш, Көньяҡ Кореяла үткән уйындарҙан БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа рәсми кешеләр составындағы делегация ҡайтты.

Ярыштар тамамланғас, Өфө спортсыларына тантаналы рәүештә Халыҡ-ара балалар уйындарының флагы тапшырылды: Башҡортостан баш ҡалаһында 2013 йылдың февралендә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтә.