8 декабрь, Кесе йома

19 июль 2012 йыл, 10:39

Республикала йыл башынан 42 ҡатын сабыйҙарын бала табыу йорттарында ҡалдырған

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда йыл башынан бала табыу йорттарында 42 ҡатын яңы тыуған сабыйҙарынан баш тартҡан. 2011 йылда ошо уҡ осор эсендә бындай 50 осраҡ теркәлгәйне.

Был һәм башҡа һандарҙы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сабыйҙарынан баш тартҡан әсәйҙәр араһында аноним рәүештә анкета тултырыу сиктәрендә алған. Был тикшеренеүҙең төп маҡсаты – социаль етемлекте иҫкәртеү буйынса саралар системаһын булдырыу.

Мәғлүмәттәргә ярашлы, сабыйҙарын бала йорттарында ҡалдырғандарҙың күпселек өлөшөн (42,9%, йәғни 18 кеше) 18-25 йәштәрҙәге ҡатындар тәшкил итә. Уларҙың 38,1% (16 кеше) – 26-35 йәштәрҙәге, 11,9% (5 кеше) – 35 йәштән өлкәнерәк, 7,1% (3 кеше) – 18 йәшкә тиклемге әсәйҙәр.

Анкета төҙөүселәр ҡатындарҙың белем кимәленә лә иғтибар иткән. Шулай итеп, яуап биреүселәрҙең күпселеге (54,8%, йәғни 23 кеше) – урта, 16,7% (7) – урта махсус, 11,9% (5) – тулы булмаған урта һәм шулай уҡ кеше юғары белемгә эйә.

Эш хаҡына килгәндә, ҡатындарҙың 54,8 процентының (23) килеме – йәшәү минимумынан түбәнерәк, 23,8% (10) – 6 меңдән ашыуыраҡ, 21,4% (9) – 4300-ҙән алып 6000-гә тиклем сумма тәшкил итә.

Ғаилә хәленә килгәндә, һандар түбәнгесә: әсәләрҙең яртыһынан күберәге 52,4% (22) – бер ҡасан да никахта булмаған, 23,8% (10) – рәсми никахта тора, 11,9% (5) – гражданлыҡ никахында, шуның сама уҡ кеше – айырылышҡан.

Ҡатындарҙың яртыһы тиерлек 40,5% (17) – ата-әсәһе менән йәшәй, 35,7 процентының (15) – шәхси торлағы юҡ, 11,9 процентының ғына (5) – үҙ фатиры бар.

Сабыйҙан баш тартыу сәбәптәре араһында анкета тултырыусыларҙың 50 проценты (21) – матди яҡтан тәьмин ителеүҙең тейешле кимәлдә булмауын, 40,5% (17) – йәшәү шарттары булмауын, 26,2% (11) – эш булмауын атаны, 66,7% (28) – был һорауға яуап бирергә ҡыйынһынды.

Шулай итеп, анкета мәғлүмәттәренә таянып, сабыйҙарын бала табыу йорттарында ҡалдырған ҡатындарҙың социаль портретын түбәндәгесә билдәләргә була: 25 йәшкә тиклемге, урта һәм махсус урта белемле, эшләмәгән, никахта тормаған, матди ярҙамға мохтаж, үҙҙенең социаль статусын насар тип иҫәпләгән әсә.

темалар: һаулыҡ һаҡлау