Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Рәшиҙә Солтанова «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән наградланды

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Указы менән республиканың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе менән наградланды.

Рәшиҙә Солтанова Учалы районында 1947 йылдың 19 июлендә тыуған. Юғары белемле – Башҡорт дәүләт университетын һәм КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай.

Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, БР Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса даими комитеты рәйесе урынбаҫары була.

1998 йылдың апрелендә «Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы» йәмәғәт хәрәкәте рәйесе итеп һайлана.

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Президиумы ағзаһы була (2002-2009 йылдар). Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар конгрестарында, ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар проблемалары буйынса парламент тыңлауҙарында ҡатнаша. 2005 йылдан – БР Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Эске эштәр органдары эшмәкәрлегендә кеше хоҡуҡтарын үтәү буйынса йәмәғәт советы ағзаһы.

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ. «Хеҙмәт ветераны», «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән наградланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть