5 декабрь, Дүшәмбе

18 июль 2012 йыл, 17:19

Бүздәктәге янғын һөҙөмтәһендә йортһоҙ ҡалған ғаиләләр яңы фатирҙар алды

автор: Әлим Фәйезов | фото: Данил Туктамышев

Янғындан зыян күргән Бүздәк халҡы яңы фатирҙар алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың 25 мартында янғын арҡаһында бында 14 ғаилә йортһоҙ ҡалғайны. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса ике ай ярым эсендә төҙөүселәр Титов урамында яңы йорт һалды.

«БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһы – ике ҡатлы 18 фатирлы йорттоң заказсыһы-төҙөүсеһе, ә «КапиталСтрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль подрядсыһы булып сығыш яһаны.

Көн элгәре район хакимиәтенең ултырыштар залында яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырыу тантанаһы үтте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Буздякские новости» гәзите мөхәррире Данил Туҡтамышев. Шулай уҡ яңы фатирҙарҙы өс Бөйөк Ватан һуғышы ветераны алды.

Был ваҡиға менән залда ултырыусыларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин, район хакимиәте башлығы Радик Хазиев, БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды етәксеһе Рәүф Ноғоманов ҡотланы.