10 декабрь, Шәмбе

18 июль 2012 йыл, 15:55

Сираттағы Рәсәй философтары конгресы Өфөлә үтәсәк

автор: Әлим Фәйезов

Етенсе Рәсәй философтары конгресы 2015 йылда Өфөлә үтәсәк. Бындай ҡарар Түбәнге Новгородта тамамланған алтынсы Рәсәй философтары конгресында ҡабул ителде. Өфө Владивосток һәм Санкт-Петербург менән конкурентлыҡ итте, әммә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың  Рәсәй философтары йәмғиәте Президиумына ебәрелгән хаты һәм профессор Баязит Ғәлимовтың сығышы беҙҙең республиканы һайларға булышлыҡ итте. Конресс Рәсәйҙең милли республикаһында тәүгә үткәреләсәк.

Үткән форумда Башҡортостан үҙен лайыҡлы күрһәтте – конгресс материалдарында 90 автор, форум эшендә 30 ҡатнашыусы, конгрестың төп секцияларында 4 етәксе – БДУ профессорҙары Александр Кудряшов, Аркадий Лукьянов, Ғәфүр Сәлихов, Сергей Семенов.

Шулай уҡ Рәсәй философтары конгресында беренсе тапҡыр илдең бер төбәгендә — Башҡортостан Республикаһында философияны үҫтереү буйынса махсус ултырыш үтте.

— Сираттағы Рәсәй философтары конгресын Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итеү республиканың философия мәктәбе, фән һәм мәҙәниәтенең юғары абруйын күрһәтә. Шуға күрә, алдағы өс йылға Өфө Рәсәйҙең «философия баш ҡалаһы»на әүереләсәк, — тип был ҡарарға комментарий бирҙе философия фәндәре кандидаты Сергей Семенов.