Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Ҡалтасы районында йәшәүсе ғаилә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» наградаһына лайыҡ булды

Йәмғиәт

Ҡалтасы районы башлығы Рәүис Нуретдинов 54 йыл бергә ғүмер иткән ирле-ҡатынлы Алексеевтарға «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалын тапшырҙы.

Ғаилә башлығы Адольф Николаевич – беренсе мари комиссары Николай Алексеевтың улы. Бөрө дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында белем алғандан һуң, 1961 йылдан алып пенсияға тиклем ете йыллыҡ Кәлтәй мәктәбендә физика һәм математиканан уҡытҡан. Адольф Николаевич – хеҙмәт ветераны, Кәлтәй ауыл биләмәһе депутаты. Һигеҙ йыл түбәнге ветерандар ойошмаһы рәйесе итеп һайланған.

Дауаханала санитарка булып эшләгән ҡатыны Мария Чапаева менән биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, әлеге ваҡытта уларҙың 12 ейәне бар.

«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы «Рәсәй Федерацияһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө»н үткәреү буйынса ойоштороу комитеты менән булдырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть