Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Беларусь инвесторҙары Башҡортостанда йорт һалыу комбинатын төҙөргә планлаштыра

Иҡтисад

Башҡортостанда Беларусь Республикаһы делегацияһы булды. Өс көнлөк визит дауамында Башҡортостан етәкселеге һәм эшлекле даирәһе менән һөйләшеүҙәр үткәрелде. Шулай уҡ ҡунаҡтар төбәктең төҙөлөш комплексы предприятиеларында булды.

Беларусь делегацияһы вәкилдәре Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин менән осрашыу үткәрҙе. Вице-премьер менән осрашыуҙа яҡтар һуңғы йылдарҙа торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге эшмәкәрлектең төп һөҙөмтәләрен билдәләне.Торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре буйынса Башҡортостан – Волга буйы федераль округында лидерҙар иҫәбендә. Былтыр республикала 2,1 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән. Беларусь Республикаһында йылына 5 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлә.

Беларусь делегацияһы төҙөлөш комплексы һәм индустрияһы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты, тип хәбәр иттеләр БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. Улар иҫәбендә — «Сода», «Салауатбыяла», «ГлавБашСтрой», «Трест КПД» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Компания Грайн» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Лассельсбергер» предприятиеһы һәм «Өфө Инвестиция-төҙөлөш комитеты» муниципаль унитар предприятиеһы.

Беларусь вәкилдәре Башҡортостанда йорт һалыу комбинатын төҙөргә теләй, ҡеүәте – йылына 100-150 мең квадрат метр торлаҡ. Әлеге ваҡытта Өфө хакимиәте менән «Гомель йорт һалыу комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында һөйләшеүҙәр алып барыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть