9 декабрь, Йома

18 июль 2012 йыл, 12:55

Ауырғазы районында йәштәр сыуаш лагерын асыу планлаштырыла

автор: Людмила Терновая

Ауырғазы районының Бишҡайын ауылында «Туслах» профилле лингвистик сыуаш лагеры үҙ эшен тамамланы. 25 бала ике аҙна дауамында сыуаш йырҙарын һәм бейеүҙәрен өйрәнде, халҡының традициялары һәм йолалары менән танышты.

Лагерь Башҡортостанда 2005 йылдан алып эшләй. Уның уңышлы эшләүе һөҙөмтәһендә ике аҙналыҡ йәштәр сыуаш лагерын үткәреү идеяһы барлыҡҡа килгән, лагерҙы 2013 йылда асыу планлаштырыла.