8 декабрь, Кесе йома

18 июль 2012 йыл, 12:22

Башҡортостандың йәш инженерҙар командаһы халыҡ-ара сәнәғәт форумында ҡатнашасаҡ

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың йәш инженерҙар командаһы Байкалда II «Киләсәк инженерҙары-2012» Халыҡ-ара йәштәр сәнәғәт форумында ҡатнашасаҡ. Иртәгә, 19 июлдә сараны асыу тантанаһы була.

Башҡортостандың йәш инженерҙары сара үтәсәк урынға барып етеп, унда урынлашҡан да инде. «Лагерҙы үҙаллы ойошторабыҙ, палаткалар ҡуйҙыҡ, — тип хәбәр итте ваҡиғалар урынынан «Рәсәй Машина эшләүселәр союзы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе хәбәрсеһе Александр Помыткин. – Бында тәбиғәт бик матур, эргәлә Байкал һәм йылға. Тик бәйләнеш һәм интернет менән генә проблемалар килеп тыуа».

Рәсәй машина эшләүселәр союзының Үҙәк аппараты форумда ҡатнашыусыларға футболкалар, еңел курткалар, кепкалар таратҡан. Сараны асыу тантанаһы программаһы һәм саҡырылған ҡунаҡтар исемлеге әлегә сер итеп тотола. Форумға ил етәкселәренең килеүе көтөлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Киләсәк инженерҙары-2012» Халыҡ-ара йәштәр сәнәғәт форумы 19-30 июлдә Иркутск эргәһендә үтә. Ун көн дауамында йәш инженерҙар белем биреү, эшлекле, мәҙәни, спорт һәм туристик программаларҙа ҡатнашасаҡ.