11 декабрь, Йәкшәмбе

18 июль 2012 йыл, 11:20

БР Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте идаралығы начальнигы «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

Шаршамбы, 18 июлдә «Ижтимағи электрон гәзит» редакцияһында Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы начальнигы Николай Солодовниковтың онлайн-конференцияһы бара.

«БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы начальнигы Н.В. Солодовниковтың онлайн-конференцияһы» бүлегендә тейешле форма тултырып, Николай Солодовниковҡа һорауҙар бирергә була.

Видеотрансляция «Башинформсвязь» йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла. Яҙманы һуңынан «Онлайн-конференциялар архивы» бүлегендә табып буласаҡ.

Эфирға эләкмәгән һорауҙар Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығына тапшырыласаҡ, ведомство башлығы имзаһы менән яуаптар һуңынан «Ижтимағи электрон гәзит» биттәрендә донъя күрәсәк.