9 декабрь, Йома

18 июль 2012 йыл, 11:40

Республикала социаль туризм буйынса интернет-портал асылды

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостанда социаль туризм буйынса интернет-портал асылды. Хәҙер интернет менән ҡулланыусы һәр кем социаль путевкалар тураһында тулы мәғлүмәт таба ала. Шулай уҡ бында турҙар, заезд ваҡыты тураһында белергә, туроператорға һәм башҡарма власть органдарына теләктәр һәм тәҡдимдәр ебәрергә була.

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йыл аҙағынаса «Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү» ярҙамсы прграммаһында бөтә республиканан алты меңгә яҡын пенсионер һәм инвалидтың ҡатнашыуы көтөлә. Ярҙамсы программаны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан туроператорҙарға үҙҙәренең шәхси кабинетына инеү өсөн логин һәм пароль бирелде. Бында улар туристик фирма тураһында мәғлүмәт урынлаштыра, онлайн режимда муниципаль берәмектәрҙән килгән заявкаларға күҙәтеү яһай, пенсионерҙар һәм инвалидтарҙан килгән заявкаларға ваҡытында яуап бирә ала. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең шәхси кабинеттары аша пенсионерҙарҙан заявкалар тултырып, уларҙы шунда уҡ туроператорҙарға ебәрә ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда социаль туризмды үҫтереү буйынса үткән йылда старт алған программа халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Яңы проект уның дауамы булып тора. Ул тупланған тәжрибәгә һәм халыҡ ихтыяжына таянып әҙерләнгән.