10 декабрь, Шәмбе

18 июль 2012 йыл, 10:46

Эльшад Теләшев Башҡортостан Республикаһы Президенты советнигы итеп тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Указы менән Эльшад Теләшев республика етәксеһенең нефть сығарыу, эшкәртеү һәм нефть химияһы буйынса советнигы итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Белешмә өсөн. Теләшев Эльшад Ғүмәр улы 1956 йылдың 21 ноябрендә Өфөлә тыуған. Юғары белемле – 1979 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1979 йылда Өфө нефть институтының «Органик химия» кафедраһында инженер булып башлай. 1980-1993 йылдарҙа Өфө нефть институтының «Физик һәм органик химия» кафедраһы хеҙмәткәре булып эшләй. 1993 йылда «Башҡортостан Республикаһының нефть химияһы һәм эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһында эшләй башлай. Унда 1997 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем етәкселек итә.

1980 йылда тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә башлай. 1992 йылда техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә эйә була.

Әлеге ваҡытта — Өфө дәүләт нефть техник университетының «Нефть һәм газ технологияһы» кафедраһы профессоры һәм мөдире. 2009 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.

«Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почетлы нефтехимигы» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исемдәренә лайыҡ.