4 декабрь, Йәкшәмбе

17 июль 2012 йыл, 17:24

«Максим Горький» латыш тарихи-мәҙәни үҙәге мәктәп уҡыусылары өсөн конкурс үткәрҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Максим Горький» латыш тарихи-мәҙәни үҙәге Архангел районының Максим Горький ауылы мәктәбендә 6 класс уҡыусылары өсөн конкурс программаһы үткәрҙе. «Иң зирәк һәм киң белемле» тип аталған бәйге Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналды, тип хәбәр иттеләр тарихи-мәҙәни үҙәктән.

Сараны ойоштороусылар, ябай булмаған, әммә ҡыҙыҡлы бәйгеләр ойошторҙо. Балалар «Ҡыҙыҡлы һорауҙар»ға яуап бирҙе, «География» конкурсында малайҙар һәм ҡыҙҙар күл, йылға, тау исемдәрен иҫкә төшөрҙө. Уҡыусылар был мәсьәләләрҙе тиҙ һәм еңел систе.

Бынан тыш, балалар өсөн «Сәйер бәйге», «Иң яҡшы эрудит», «Детектив» һәм башҡа төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторолдо.