3 декабрь, Шәмбе

17 июль 2012 йыл, 15:45

Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Дәүләт Советы ултырышында ҡатнаша

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Советы ултырышында ҡатнаша, уны Мәскәүҙә ил башлығы Владимир Путин үткәрә. Ултырышта тотороҡло иҡтисади үҫеш тәьмин итеү һәм граждандарҙың йәшәү кимәлен күтәреү буйынса төбәк башлыҡтарының бурыстары тикшерелә, уларҙы һайлау алды кампанияһы барышында Владимир Путин әйтеп ишеттергәйне.

Ултырыш алдынан Дәүләт Советы составы үҙгәртелде. Рәсәй Президентының Дәүләт Советы эшмәкәрлеген камиллаштырыуға йүнәлтелгән Указына ярашлы, Федерация Советы спикеры, Дәүләт Думаһы рәйесе һәм Дума фракциялары етәкселәре уның яңы ағзалары тип танылды. Элеккесә кеүек, Дәүләт Советы составына Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының юғары башҡарма органдары етәкселәре инә. Президент Указына ярашлы, Рәсәй Дәүләт Советы Президиумы ултырышы кәм тигәндә өс айға бер тапҡыр үткәреләсәк. Бығаса Дәүләт Советы Президиумы кәм тигәндә айына бер йыйыла ине. Дәүләт Советы ағзалары ултырыштарҙы кәм тигәндә йылына өс тапҡыр үткәрергә бурыслы. Быға тиклем иһә ултырыштар өс айға бер үткәрелде.

Дәүләт Советы Владимир Путин менән 2000 йылдың 1 сентябрендә булдырылды. Дәүләт Советы ултырыштарына һорауҙар әҙерләү һәм ғәмәлдәге мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатында 2000 йылда Президент Дәүләт Советының Президиумын булдырҙы. Советта дәүләт төҙөлөшөнә, иҡтисади һәм социаль реформалар барышына, ижтимағи мәсьәләләргә ҡағылышлы дәүләт кимәлендәге мөһим мәсьәләләр ҡарала. Совет рәйесе булып ил башлығы сығыш яһай.