3 декабрь, Шәмбе

17 июль 2012 йыл, 14:22

«Берҙәм Рәсәй» Үҙәк башҡарма комитет етәксеһен конкурс нигеҙендә һайлаясаҡ

автор: Марина Шумилова

17 июлдә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһына партия конкурсында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителә башлай. Конкурс маҡсаты — партияның Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһына әҙерлекле, профессиональ белемгә эйә, эш тәжрибәһе булған, «Берҙәм Рәсәй»ҙең башҡарма органдары эшмәкәрлеген ойоштора алған кандидаттар һайлап алыу. Шуға күрә конкурста ҡатнашыусылар, ғариза һәм анкетанан тыш, үҙҙәре тарафынан әҙерләнгән Үҙәк башҡарма комитет эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тәҡдим итергә тейеш.

Партияның Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһен конкурс нигеҙендә һайлап алыу идеяһын «Берҙәм Рәсәй» лидеры Дмитрий Медведев Приморье крайының партия активы менән осрашыу барышында тәҡдим итте. 11 июлдә партияның генераль Советы Президиумы конкурс үткәреү тураһында рәсми рәүештә иғлан итте.

«Берҙәм Рәсәй» сайтында конкурс тураһында Положение, унда ҡатнашыусылар өсөн анкета һәм ғариза өлгөһө урынлаштырылған.

Заявкалар 31 июлгә тиклем ҡабул ителә. Сканер аша үткәрелгән документтарҙы konkurs@edinros.ru электрон адресына ебәреү мотлаҡ. Конкурс комиссияһы телефоны +7(495) 786-86-88.