Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда тәүге ярты йыллыҡта янғындарҙа 169 кеше һәләк булған

Йәмғиәт

Йыл башынан Башҡортостанда 2180 янғын сыҡҡан, уларҙа 169 кеше һәләк булған. Был хаҡта республикала янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса матбуғат конференцияһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Марат Латипов хәбәр итте. Ағымдағы айҙа янғындар һаны яҡынса 15 процентҡа кәмегән. Төбәктә 304 профилактика төркөмө булдырылған, улар тарафынан 137 меңдән ашыу шәхси йорт тикшерелгән.

– Статистика буйынса янғындарҙың күпселеге фатирҙарҙа хужаларҙың иғтибарһыҙлығы арҡаһында сыға. Ғәҙәттә, быға эскән килеш тәмәке тартыу сәбәп була. Ошоға бәйле идаралыҡ әүҙем социаль эшмәкәрлек тә алып бара. Тәүге ярты йыллыҡта янғындарҙы иҫкәртеүгә арналған 208 телесюжет донъя күрҙе, радиола 809 сығыш ойошторолдо, материалдар электрон һәм баҫма матбуғатта урынлаштырыла, — тип һөйләне Марат Латыпов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть