Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

«Мираҫ» фольклор ансамбле «Рәсәй төбәктәре марафоны»нда сығыш яһаясаҡ

Йәмғиәт

1-3 августа «Сочи 2014» мәҙәни олимпиадаһының икенсе «Рәсәй төбәктәре марафоны»нда Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә танылыу тапҡан «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле сығыш яһаясаҡ. Был хаҡта «Рәсәй төбәктәре марафоны»ның матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Бына инде ун йылдан ашыу коллективҡа Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Валерий Степанов етәкселек итә. Уның тырышлығы арҡаһында «Мираҫ» сәнғәте беҙҙә генә түгел, Франция, Испания, Италия, Португалия, Болгария, Венгрия һәм башҡа илдәрҙә лә яҡшы таныш. Төрлө халыҡ-ара фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашып, коллектив һәр ваҡыт жюри тарафынан юғары баһа ала һәм тамашасы күңелен арбай.

«Рәсәй төбәктәре марафоны» — «Сочи 2014» мәҙәни олимпиадаһы сиктәрендә иғлан ителгән Музыка йылының төп ваҡиғаларының береһе. Илебеҙҙең күп милләтлелеген күрһәтеү сараның төп маҡсаты булып тора. Һәр төбәк исеменән уның үҙенсәлекле мәҙәниәтен һәм традицияларын күрһәткән бер йәки бер нисә коллектив сығыш яһаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть