8 декабрь, Кесе йома

17 июль 2012 йыл, 12:16

«Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсында еңеүселәр билдәләнде

автор: Әлим Фәйезов | фото: А.Ғәҙелшин

Күгәрсен районында «Байыҡ» республика башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсының аҙаҡҡы этабы тамамланды. Бәйге 3-15 йәштәрҙәге балалар араһында үткәрелде. Конкурстың Мәсетле, Йылайыр райондарында, Өфө ҡалаһында үткән һайлап алыу турҙарында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 450-нән ашыу бала ҡатнашҡан. Йәш бейеүселәрҙең сығыштарына БР халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов рәйеслегендәге жюри баһа биргән. Ҡыҙҙар һәм малайҙар дүрт номинацияла һынау үткән: «соло», «дуэт», «трио» һәм «бәләкәй ансамбль».

Конкурс гала-концерты һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы Күгәрсен районының «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында үтте. Аҙаҡҡы этапта республиканың 35 ҡала һәм районынан 350-нән ашыу һәләтле бала ҡатнашты. Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Астрахань өлкәһе, Тыва, Төньяҡ Осетия, Хакасия һәм Чечен республикаларынан башҡарыусылар ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең сығыштары менән ҡыуандырҙы.

Күгәрсен районының «Грация» балалар бейеү ансамбле, Ҡырмыҫҡалы районының «Далан» халыҡ ансамбле һәм Әбйәлил районынан килгән Динис Әхмәтов Гран-при яуланы, тип хәбәр иттеләр ойоштороусылар.

Әбйәлил районының «Йәйғор» ансамбле беренсе урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ Илеш бейеүсеһе Данияр Баһманов менән Нефтекама һылыуы Айгөл Шакирова ла конкурс еңеүселәре тип танылды.

темалар: конкурстар