4 декабрь, Йәкшәмбе

17 июль 2012 йыл, 11:26

Республикала динозаврҙар паркы асылды

автор: Эльмира Сабирова

«Динозаврик» тип аталған динопарк үткән ял көндәрендә республиканың Әбйәлил районында асылды. Был яңы күңел асыу үҙәге илдә иң ҙурҙарҙан һанала.

Паркта бик боронғо хайуандарҙың фигуралары тәҡдим ителә. 28 динозаврҙан тыш, бында дөйә, горилла, жираф, зебра, арыҫлан кеүек хайуандарҙың да моделдәрен күрергә була. Фигуралар экологик яҡтан таҙа материалдарҙан эшләнгән, барлыҡ кәрәкле сертификаттар бар, тимәк, паркка килеүселәр өсөн улар бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай.

Шулай уҡ ял итеү үҙәгендә кафе, ресторан, ҡунаҡхана эшләй. Динопарк ҡыш көнө лә кешеләрҙе ҡабул итәсәк, бында саңғы һәм конькиҙа шыуыу өсөн трассалар булдырыу планлаштырыла. Шулай уҡ аквапарк төҙөү, парашют спортын үҫтереү күҙ уңында тотола.

Әбйәлил районындағы динопарк күңел асыу маҡсаты менән генә төҙөлмәне. Тәү сиратта, был Башҡортостандың, Урал төбәгенең туристарҙы йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыуҙа тәүге аҙым булып тора.