10 декабрь, Шәмбе

17 июль 2012 йыл, 10:51

Афғанстан парламентарийҙары «Башҡортостандың яугир-интернационалистары» экспозицияһы менән танышты

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Андрей Старостин

16 июлдә Афғанстан Ислам Республикаһының Аҡһаҡалдар ҡоро делегацияһы Республика Хәрби Дан музейында булды. Музей хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуына арналған экспозициялар, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевҡа арналған стендтар менән таныштырҙы. Республика Хәрби Дан музейы етәкселәре «Башҡортостандың яугир-интернационалистары» экспозицияһына айырым туҡтап үтте.

— Был күргәҙмә бер юлы ҡыҙыҡһыныу ҙа, үкенес тә уята, — тине делегация етәксеһе, Милли Ассамблеяның Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Фазыл Хажи Мөслимйәр. – Самолеттар, вертолеттар, хәрби техника төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙе күрһәм, ул йылдар күңелде тертләтеп иҫкә төшә. Был һуғышта улдарын юғалтҡан 300-ҙән ашыу ғаиләнең кисерештәрен аңлайым. Беҙҙең барыбыҙ өсөн дә был – тарих биргән оло һабаҡ.

Осрашыу аҙағында Фазыл Хажи Мөслимйәр әфәнде музей хеҙмәткәрҙәренә ҡыҙыҡлы экскурсия өсөн рәхмәтен белдерҙе.