8 декабрь, Кесе йома

16 июль 2012 йыл, 17:43

Азамат Илембәтов Федоровка районында булды

автор: «Башинформ»

Үткән ял көндәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов эш сәфәре менән республиканың Федоровка районында булды.

Бында ул социаль торлаҡ төҙөү һәм ауыл хужалығы өлкәләрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушҡан эштәрҙең нисек башҡарылыуын тикшерҙе.

Шулай итеп, Динес ауылында премьер малсылыҡ фермаларын реконструкциялау барышы менән танышты. Реконструкция «Һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» программаһы сиктәрендә үткәрелә. Быйыл программаға район хужалыҡтарының береһе – Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы индерелде.

Район үҙәгендә Азамат Илембәтов «Ҡыңғырау» бала баҡсаһына капиталь ремонт үткәреү, социаль торлаҡ төҙөү барышы менән танышты.

Һәйет ауылы эргәһендә йылға аша күпер асыу ҙа сәфәрҙең мөһим объекттарының береһе булды.