5 декабрь, Дүшәмбе

16 июль 2012 йыл, 17:02

Төбәк башлығы Афғанстан парламенты делегацияһы менән осрашты

автор: Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин

16 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Афғанстан Ислам Республикаһы Милли Ассамблеяһының Аҡһаҡалдар ҡоро делегацияһы менән осрашты. Афғанстан парламенты делегацияһы составында – Милли Ассамблеяның Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Фазыл Хажи Мөслимйәр, Аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары Абдул Ханан Хаквьюн, Анарколи Хонарьяр, Абдул Ахад Солтан Зой, Ямадин Гянваль, шулай уҡ Афғанстан Ислам Республикаһы Илселегенең мәҙәниәт буйынса атташеһы Наджебуллах Шенвари һәм башҡалар. Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы менән Афғанстан Ислам Республикаһының төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде.

— Һеҙҙең илгә һәм Афғанстан халҡына беҙ тик ыңғай ҡараштабыҙ, — тине Башҡортостан Президенты, делегацияны сәләмләп. – Рәсәй менән Афғанстан араһындағы бәйләнештәр үҙ-ара ихтирам һәм тиң хоҡуҡлылыҡ принциптарына ҡоролған. Беҙҙең халыҡтарҙың партнерлыҡ мөнәсәбәттәре артабан да дауам итер, тип ышанам.

Рөстәм Хәмитов, Башҡортостанды Афғанстан менән уртаҡ мәҙәниәт, дин берләштерә, тип билдәләне. Өфөлә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты бар, республикала меңдән ашыу мәсет эшләй һәм уларҙың һаны даими арта бара, мосолман гәзит-журналдары нәшер ителә, электрон киң мәғлүмәт саралары бар, Рәсәй ислам университеты эшләй, мосолман йәштәре араһында төбәк форумдар үткәрелә.

Башҡортостан Президенты, афған диаспораһы ҡала һәм республика сараларында әүҙем ҡатнаша һәм әлеге ваҡытта «Башҡортостан — Афғанстан» дуҫлыҡ йәмғиәтен булдырыу буйынса эштәр башҡарыла, тип белдерҙе.

Шул уҡ ваҡытта республика Президенты тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙең ҡәнәғәтләндерерлек кимәлдә булмауын билдәләне.

Рөстәм Хәмитов, үҙ-ара килешеп эш итеүҙе үҫтерергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм уның перспективалы йүнәлештәрен билдәләне. Улар иҫәбендә — машиналар эшләү, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү өлкәләрендә, шулай уҡ туризмды һәм һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә килешеп эш итеү. Мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте дауам итеү зарурлығы билдәләнде.

— Бизнесты, бөтә яҡлап мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә әҙербеҙ, — тип белдерҙе Президент.

Афғанстан Ислам Республикаһы Милли Ассамблеяһының Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Фазыл Хажи Мөслимйәр Башҡортостан Прездентына йылы ҡабул иткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе хеҙмәттәшлек итеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Улар араһында – сәйәси һәм парламент-ара бәйләнештәр, сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр, мәҙәниәт, мәғариф.

Фазыл Хажи Мөслимйәр Башҡортостан бизнесмендарын Афғанстанда иҡтисади проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға, предприятиеларҙы реконструкциялауҙа ярҙам итергә саҡырҙы, шулай уҡ Афғанстан менән Рәсәй араһындағы мәҙәни бәйләнештәрҙең мөһим булыуын билдәләне. Был бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн Мәскәүҙә Афғанстандың мәҙәни үҙәге булдырыла.

— Ҡулыбыҙҙан килгәнсе Афғанстанға ярҙам итәсәкбеҙ, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты. – Илдең ниндәй хәлдә булыуын аңлайбыҙ. Рәсәй менән Афғанстандың бөтә яҡлап хеҙмәттәшлек итеүен үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәсәкбеҙ.