5 декабрь, Дүшәмбе

16 июль 2012 йыл, 15:07

Республика Президенты Белорет халҡын Ҡала көнө менән ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы

автор: Эльмира Сабирова, Ольга Колесникова | фото: Ольга Колесникова

14 июлдә Белоретта, «Металлург» майҙанында ҡалаға 250 йыл тулыуға, Белорет металлургия комбинатының 250 йыллығына һәм Металлургтар көнөнә арналған байрам саралары үтте. Белорет халҡын был байрамдар менән ҡотларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов килде.

— Бөгөн үҙенең 250 йыллыҡ юбилейын билдәләгән матур Белорет ҡалаһында булыу минең өсөн оло шатлыҡ, — тине республика башлығы. – Белорет һуңғы йылдар эсендә күҙгә күренеп үҙгәрә. Урамдарға ремонт үткәрелә, яңы йорттар төҙөлә, объекттар сафҡа индерелә. Ҡаланың төп предприятиеһы булған Белорет металлургия комбинаты коллективының тотороҡло эшләүе ҡыуандыра. Дөйөм алғанда Белоретты республикабыҙҙағы иң яҡшы ҡалаларҙың береһе тип иҫәпләйем, уның киләсәге яҡты. Бында матур кешеләр йәшәй. Ҡала үҫешһен, сәскә атһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйем.

Артабан Рөстәм Хәмитов Белорет ҡалаһында йәшәүселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Белорет металлургия комбинатының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре БР Почет грамоталары һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы» исемдәре менән билдәләнде.

Ҡала халҡын Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов һәм «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Виктор Камелин ҡотланы.

Владислав Миронов республика Президентына, БР Хөкүмәтенә, шулай уҡ Белорет ойошмалары һәм предприятиеларына ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Шулай уҡ байрам барышында ҡаланы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә өлөш индергән ҡайһы бер кешеләр «Белорет ҡалаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» билдәләре менән наградланды.

Байрам театрлаштырылған тамаша, концерт һәм фейерверк менән тамамланды.