4 декабрь, Йәкшәмбе

16 июль 2012 йыл, 13:29

Рөстәм Хәмитов «Морат» тау саңғыһы үҙәген реконструкциялау барышы менән танышты

автор: Эльмира Сабирова, Ольга Колесникова | фото: Ольга Колесникова

Белорет ҡалаһында Рөстәм Хәмитов «Морат» тау саңғыһы үҙәген реконструкциялау барышы менән танышты.

Был үҙәктең тарихы 1960 йылдан башлана. Совет осоронда уҡ бында төрлө мөһим ярыштар үткәрелгән, ҙур тау саңғыһы мәктәбе булған. Әммә бөгөн комплекс тау саңғыһы спортының һәм ҡышҡы туризмдың заманса үҫеш кимәленә тап килмәй.

2011 йылда тау саңғыһы мәктәбе «Башҡортостан Республикаһының Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд үҙәк клубы» дәүләт автономиялы учреждениеһы филиалы итеп үҙгәртелде. Ағымдағы йылдың ғинуарында тау саңғыһы үҙәген ҡайтанан тергеҙеү һәм 2015 йылға уны заманса стандарттарға тап килтереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

БР Спорт биналарын һәм социаль объекттар төҙөү фондының генераль директоры Александр Филиппов Рөстәм Хәмитовты реконструкция барышы менән таныштырҙы.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, «Морат» тау саңғыһы үҙәген реконструкциялау барышы менән танышырға Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты Светлана Гладышева ла килде.