6 декабрь, Шишәмбе

16 июль 2012 йыл, 12:06

Төбәк башлығы Белорет халҡын яңы бала баҡсаһы асылыу менән ҡотланы

автор: Эльмира Сабирова, Ольга Колесникова | фото: Ольга Колесникова

Белорет ҡалаһында 220 сабыйға иҫәпләнгән «Ынйыҡай» бала баҡсаһы асылды. Был ваҡиға менән ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.

— Белореттың ыңғай яҡҡа үҙгәреүен күрәм. Тормошобоҙ ҙа беҙ бер-беребеҙгә ярҙам иткәнгә күрә яҡшы яҡҡа үҙгәрә, — тип билдәләне республика башлығы. – Бөгөн бала баҡсаһы асылды, ә бындай ваҡиға һуңғы тапҡыр Белоретта 21 йыл элек булған. Шуға күрә бөгөн беҙҙә ысын байрам.

Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә һәм урындағы хакимиәткә барлыҡ эштәрҙе ваҡытында башҡарғандары өсөн рәхмәтен белдерҙе. Ҡалала йыл аҙағынаса – йәнә бер мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, ә киләһе йылда яңы мәктәп асыла, тип белдерҙе Президент.

— Бөгөн Белорет ерендә бер нисә шатлыҡлы байрам сараһы үтә. Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы иғлан ителгән осорҙа был ваҡиға айырыуса мөһим. «Ынйыҡай» бала баҡсаһы үҙенең исемен аҡлай һәм уны Белоретта иң яҡшыларҙың береһе тип атарға була, — тине Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов.

Ул республика етәкселегенә, шулай уҡ «ПМК-Баймаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәренә күрһәткән ярҙамдары өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.

Артабан Рөстәм Хәмитов яңы бинаның йоҡо, уйын бүлмәләре, медицина кабинеты, туҡланыу блогы, биләмәһе менән танышты.

Бала баҡсаһында 12 төркөм эшләйәсәк. Беренсе ҡатта бассейн бар. Бинаның дөйөм майҙаны – 3650 квадрат метр.

Бөгөнгө көндә Белорет ҡалаһы һәм районында 34 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләй. Бала баҡсаларына сират – 1024 сабый, был мәктәпкәсә йәштәге балалар һанының 12,8 процентын тәшкил итә. Яңы бала баҡсаһы сиратты кәметергә һәм яңы эш урындары булдырырға ярҙам итәсәк.