Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты Белоретта байрам сараларында ҡатнашты

Йәмғиәт

Белоретта ҡалаға 250 йыл тулыуға, Белорет металлургия комбинатының 250 йыллығына һәм Металлургтар көнөнә арналған байрам саралары үтте. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Байрам ҡаланың Металлургтар майҙанында башланды. Унда «Белорет – кисә, бөгөн, иртәгә» исемле күргәҙмә ойошторолдо. Үҙҙәренең экспозицияларын төрлө тармаҡ предприятиелары тәҡдим итте. Рөстәм Хәмитов предприятиеларҙың продукцияһы, етештереү күләмдәре менән танышты.

Белорет районы башлығы менән аралашыу барышында Рөстәм Хәмитов Белореттың күп яҡлы эшмәкәрлеген сағылдырған логотип-символ булдырырға тәҡдим итте.

Артабан республика Президенты реконструкциянан һуң асылған «Металлург» кинотеатрында булды. Уны тергеҙеүҙә ҡалала йәшәүсе эшҡыуар Данис Йыһаншин ҙур ярҙам күрһәткән.

Рөстәм Хәмитов башҡарылған эштәрҙең юғары сифатын билдәләне, «Металлург»тың ҡалалағы төп ял итеү үҙәктәренең береһенә әүерелеүенә ышанысын белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть