3 декабрь, Шәмбе

13 июль 2012 йыл, 16:45

Ауыл эшсәндәре тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүгә ярҙам аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Һуңғы ике йылда химиялаштырыу саралары һатып алыуға федераль ҡаҙнанан 16,4 млрд һум йүнәлтелгән. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеү дауам ителәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында.

Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе уңайынан Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһында ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеүҙең яңы йүнәлештәре билдәләнгән. Улар араһында ауыл хужалығы ерҙәренең уңдырышлылығын тергеҙеүҙе дәртләндереүгә йүнәлтелгән саралар ҙа бар. Субсидиялар күләмен 1 га майҙанға төрлө параметрҙар буйынса иҫәпләп сығарылған ставка буйынса билдәләйәсәктәр. 2013 йылда был маҡсатҡа 20 млрд һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырыла, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 15,2 млрд, Рәсәй субъекттары бюджеттары средстволарынан 5,3 млрд һум бүленәсәк. Федераль аграр ведомство хәбәр итеүенсә, был ярҙам һөҙөмтәле етештереүселәргә генә ҡағыласаҡ.

Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы әле ошо субсидияларҙы биреү механизмы өҫтөндә эшләй.