Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Аграрийҙар бесән буйынса планды яртылаш үтәгән

Иҡтисад

Башҡортостанда 377 мең тонна бесән әҙерләнгән. Планға ҡарата был 52 процент, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Сенаж һалыу эштәренең ҡыҙған осоро. Йомаға ҡарай мал аҙығы әҙерләүселәр траншеяларға 863 мең тоннан ашыу һутлы мал аҙығы тултырған. Бер шартлы мал башына иҫәптә был аҙыҡ запасы 8,7 центнер мал аҙығы берәмеген тәшкил итә.

Аграр ведомствоның эксперттары әйтеүенсә, аномаль эҫе көндәргә ҡарамаҫтан, быйыл хужалыҡтар үҙен мал аҙығы менән тулыһынса тәьмин итә аласаҡ. Иң насар күҙаллауҙар буйынса ла, республикала уртаса алғанда бер шартлы мал башына 22 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнәсәк. Былтырғы запастар менән бергә яҡынса 28 центнер мал аҙығы берәмеге запасҡа һалынасаҡ.

Әле БР Ауыл хужалығы министрлығы Урал аръяғының ҡоролоҡтан зыян күргән райондарына ярҙам итеү варианттарын эҙләй.

Дөйөм алғанда республика буйынса 634 мең гектарҙа мал аҙығы культуралары сабып алынған, планлаштырылғандың был яртыһынан күберәк (57%). Ғафури һәм Нуриман райондары хужалыҡтарына иһә бесәнде 10 проценттан да аҙыраҡ майҙандарҙан йыйып алырға ҡалған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть