Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың 35 районында ураҡ эштәре алып барыла

Иҡтисад

Башҡортостандың 35 районында урып-йыйыу эштәре алып барыла, шуларҙың 24-ендә аграрийҙар иген һуғыуға төштө, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығында. 13 июлдә тағы туғыҙ муниципаль берәмек – Архангел, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Ғафури, Ҡыйғы, Хәйбулла, Саҡмағош һәм Шаран райондары иген һәм ҡуҙаҡлылар культураларын сабыуға төштө.

40 мең гектар майҙанда ужым арышы һәм борсаҡ сабып алынған, сәсеүлектәрҙең был ике процентына тиң. 18 мең гектарҙа иген һуғылған, һуғып алынған иген 27 мең тоннанан ашҡан.

Ауыл эшсәндәре өс миллион гектарҙан ашыу майҙандан уңыш йыйып алырға ниәтләй. Иген сәселгән майҙандар сәсеүлектәрҙең 48,3 процентын тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть