11 декабрь, Йәкшәмбе

13 июль 2012 йыл, 15:11

Рөстәм Хәмитов дини экстремизмға ҡаршы тороу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

13 июлдә Һамарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов дини экстремизмға ҡаршы тороу мәсьәләләренә арналған округ кәңәшмәһендә ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Волга буйы федераль округы төбәктәрендә дини экстремизм күренештәренең сәбәптәре һәм уларға ҡаршы тороу юлдары тикшерелде. Атап әйткәндә, дини хеҙмәткәрҙәрҙе башҡа илдәрҙә әҙерләү практикаһын кәметеү өсөн, Волга буйы федераль округында ошондай белгестәр әҙерләү үҙәктәрен ойоштороу кәрәклеге билдәләнде. Бынан тыш, сит илдәрҙән ағылған, һәр ваҡыт конструктив булмаған идеологияға ҡаршы тороу, йәш быуынға исламдың классик ҡанундарын һеңдереү өсөн, йәштәр менән эшләүҙең ни тиклем мөһим икәнлеге билдәләнде.

Рәсәйҙәге барлыҡ мосолмандарҙың яҡынса 40 проценты Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йәшәй. Округтағы экстремизм кимәле бөтөн ил статистикаһы фонында айырылып тормаһа ла, экстремизм күренештәренең айырым факттары бар.