8 декабрь, Кесе йома

13 июль 2012 йыл, 14:48

Башҡортостанда 43 меңдән ашыу мигрант теркәлгән

автор: Арина Рәхимҡолова

Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы 16 төрҙән ашыу дәүләт хеҙмәте күрһәтә. Алты айҙағы эшмәкәрлек йомғаҡтарына арналған кәңәшмәлә ведомство етәксеһе Борис Ғөзәйеровтың билдәләүенсә, ошо осорҙа уларға 800 меңдән ашыу граждан мөрәжәғәт иткән. 51 меңдән күберәк сит ил гражданы иҫәпкә алынған, уҙған йылдағы күрһәткестән был 5 процентҡа күберәк.

– Башҡортостанға сит ил граждандары ағымының артыуы төбәктә эш булыуына бәйләнгән. Иң күп мигранттар Өфөгә, Туймазыға, Иглин һәм Шишмә райондарына килгән. 1 июлгә ҡарата алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 43 меңдән ашыу сит ил гражданы теркәлгән. Беҙҙең төбәкте күберәк Үзбәкстан, Тажикстан, Әзербайжан граждандары үҙ итә. Сит илдәр араһында Төркиә һәм Вьетнам беренсе килә, — тине Борис Ғөзәйеров.

Миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре төрлө социаль объекттарҙа патруллек алып бара (сауҙа, сәнәғәт майҙандары, торлаҡ участкалары). Ошо арала 11 меңдән ашыу объект тикшерелгән.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы менән берлектә ойошторолған төнгө рейдтар ҙа һөҙөмтә биргән. Көндөҙ илгә законһыҙ үткән кешеләрҙе табыуы ҡыйын, ә төнөн мигранттарҙы осратыуы күпкә еңелерәк.

Борис Ғөзәйеров, сит ил граждандарын Рәсәйҙән сығарыуға бәйле эштәрҙе камиллаштырырға кәрәк, тип билдәләне. Мәҫәлән, ҡабул ителгән 345 ҡарарҙың 215-е генә тормошҡа ашырылған. Республика идаралығының 18 бүлексәһе мигранттарҙы илдән ҡыуыу буйынса бер эш тә күрһәтмәгән.