10 декабрь, Шәмбе

13 июль 2012 йыл, 14:22

Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округының транспорт комплексын үҫтереү буйынса кәңәшмәһендә ҡатнаша

автор: Ғәлиә Нәбиева

Һамарҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Волга буйы федераль округының транспорт комплексын үҫтереү буйынса кәңәшмәһен үткәрә. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнаша.

Кәңәшмәлә Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, Волга буйы төбәктәре башлыҡтары, граждан авиацияһы өлкәһендәге эксперттар һәм белгестәр округтың транспорт комплексы проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшерә.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, кәңәшмәлә Волга буйының транспорт комплексындағы инфраструктураға бәйле сикләүҙәрҙе бөтөрөүҙе һәм уны глобаль транспорт системаһына тоташтырыуҙы тәьмин итеүсе проекттар тәҡдим ителәсәк. Волга буйы федераль округында төбәк авиацияһын үҫтереү кеүек пилот проектының презентацияһы ла планлаштырыла. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар был эштең тәүге һөҙөмтәһе менән танышасаҡ.

Бынан тыш, кәңәшмәлә «Европа — Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара магистрале төҙөлөшө (Рәсәй биләмәһе аша Санкт-Петербург, Ҡазан, Ырымбур ҡалаларынан Ҡаҙағстан Республикаһының сигенә тиклем), округ биләмәһендә Үҙәк-Урал йүнәлеше буйынса федераль әһәмиәттәге юлдар селтәренә индереләсәк («Волга транзиты») автомобиль юлдары участкалары төҙөлөшө һәм реконструкцияһы, «Соликамск – Сыктывкар – Архангельск» («Белкомур») тимер юл магистрале төҙөлөшө, Түбәнге Новгород өлкәһендәге (Козино ҡасабаһы) түбән баҫымлы гидроузел төҙөлөшө ҡараласаҡ. Һуңғы проект эске һыу юлдарын үҫтереү буйынса мөһим бурыстар иҫәбенә инә.