4 декабрь, Йәкшәмбе

13 июль 2012 йыл, 13:50

Мосолмандар Рамаҙан айын ҡаршыларға әҙерләнә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан мосолмандары изге Рамаҙан айын ҡаршыларға әҙерләнә, ул теүәл бер аҙнанан башланасаҡ. Изге ай башланыр алдынан Башҡортостандың бер нисә районында мәсеттәр асылды. Ғибәҙәт йорттарында ремонт эштәре тамамлана, биләмәләре таҙартыла.

19 июлдә ҡояш батыу менән бөтә донъя мосолмандары Рамаҙан айын ҡаршы аласаҡ. Башҡортостан мәсеттәрендә ошо айҙа ғына башҡарылыусы тәүге коллектив намаҙҙар башланасаҡ. Дин тотоусылар 20 июлдән, йоманан, ураҙа тота башлай.

Рамаҙан мосолмандар өсөн иң мөһим һәм абруйлы ай һанала. Ай дауамында ураҙа тотола: хаҡ мосолмандар көн яҡтыһында ашауҙан, эсеүҙән, интим мөнәсәбәттәрҙән баш тарта. Ҡояш байыу менән ифтар башҡарыла. Ауыҙ асыуға башҡа мосолмандар менән бергә ултырыу яҡшыраҡ. Күбеһенсә был ғәмәл мәсеттәрҙә башҡарыла. Таң алдынан мосолмандар тағы ашарға тейеш, сөнки уларға көн дауамында етерлек көс һәм энергия тупларға кәрәк.

Ураҙа тотоуҙың төп маҡсаты – Аллаһы Тәғәләгә ышанысты нығытыу, йәшәү рәүешеңә, өҫтөнлөклө һанаған нәмәләргә икенсе күҙлектән ҡарау, уларҙы ҡайтанан баһалау, рухи үҫеш. Дин тотоусылар өсөн Ураҙа – тыйылған ғәмәлдәрҙән йырағыраҡ тороу мөмкинлеге, рухи һәм физик яҡтан таҙарыныу, үҙең өсөн ысын тормош ҡиммәттәрен билдәләү ул.

Ураҙа – исламдың биш нигеҙ ташының береһе (Аллаһы Тәғәләнең берәү булыуына ышаныу, намаҙ, зәҡәт һәм Мәккәгә хаж ҡылыу менән бергә).

Сәхәр сәйе эсеү, ауыҙ асыу ваҡытын теүәл белһендәр өсөн, намаҙ, сәхәр һәм ифтар ваҡыты күрһәтелгән махсус календарҙар әҙерләнгән.

Изге айҙың тәүге ун көнө ураҙа тотоусыларға Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтен, шәфҡәтен бирә, ә икенсе ун көнө гонаһтарҙан таҙарта, ә өсөнсөһө Тамуҡ утынан ҡотҡара, тип иҫәпләнә. Бынан тыш, был аралағы һәйбәт ғәмәлдәр өсөн изгелектәр үҙеңә өсләтә әйләнеп ҡайта. Был айҙа Ҡәҙер төнө була – яҡынса Рамаҙан айының 27-е төнө. Быйыл ул 15 авгусҡа ҡарай төнгә тап килә.

Мосолмандар ай дауамында мөмкин тиклем күберәк изге эштәр башҡарырға, хәйер таратырға, Ҡөрьән уҡырға, ҡунаҡтар саҡырырға, дин тотҡан ҡәрҙәштәренә йөрөргә, күмәкләп намаҙ уҡырға тырыша.

Изге ай дауамында һәр мосолман ярлылар һәм мохтаждарға фитр саҙаҡаһы түләргә бурыслы. Килеме йәшәү минимумынан кәм булғандарға ул 50 һум тәшкил итһә, байҙар 250 һумдан башлап ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтергә тейеш. Сәләмәтлеге арҡаһында ураҙа тота алмағандарға һәр ураҙа көнө өсөн фиҙиә бирергә кәрәк. Был сумма оло кешене бер көн дауамында ашатырға етергә тейеш. Әммә Диниә назаратының, төп аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтарҙы иҫәпкә алып, был сумманы ҡайтанан ҡарауы ихтимал.

Рамаҙан айы һәм ураҙа тотоу Ураҙа байрамы менән тамамлана. Был көн Башҡортостанда ял көнө тип иғлан ителгән (быйыл ул 19 авгусҡа тура килә). Был көндө хаҡ мосолмандар мәсеттәргә йыйыла, байрам намаҙы уҡый, байрам ашы ашай. Беҙҙең төбәктә ураҙа тамамланыуға, ҡағиҙә булараҡ, былау әҙерләнә.

темалар: дин