8 декабрь, Кесе йома

13 июль 2012 йыл, 11:33

Башҡортостан Хөкүмәте һәм Сколково фонды хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: «Башинформ»

12 июлдә Екатеринбургта «Иннопром» Урал халыҡ-ара сәнәғәт һәм инновациялар форумы-күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Яңы технологиялар эшләү һәм коммерциялаштырыу үҙәген үҫтереү фонды(Сколково фонды) араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм «Сколково» фонды вице-президенты Станислав Наумов ҡул ҡуйҙы.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, килешеүҙең төп маҡсаты – ойоштороу, иҡтисади һәм фәнни-техник мәсьәләләр буйынса яҡтарҙың оҙайлы хеҙмәттәшлеген булдырыу.

Ғилми тикшеренеүҙәр үкәреү һәм фәнни-техник эшләнмәләрҙе коммерциялаштырыуҙы ойоштороу күҙаллана, был иһә иҡтисадтың юғары технологияларға нигеҙләнгән секторында яңы эш урындары булдырыуға килтерәсәк.

Был Башҡортостан Республикаһының фәни-тикшеренеү һәм белем биреү учреждениелары, инновация үҙәктәре, сәнәғәт предприятиелары һәм башҡа төрлө ойошмалары нигеҙендәге партнерлыҡ формаһында буласаҡ, тип билдәләнеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.