9 декабрь, Йома

13 июль 2012 йыл, 10:40

Лондонда Бөйөк Британия тарихындағы тәүге Һабантуй үткәрелә

автор: «Башинформ»

Шәмбе, 14 июлдә, Лондонда Бөйөк Британия тарихындағы тәүге милли Һабантуй байрамы үткәрелә. Ул Томанлы Альбиондағы татар-башҡорт диаспораһын, ике туғандаш республиканың бында белем алған студенттарын йыясаҡ. «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Лондон Һабантуйы Wembley Park гольф яланында үткәрелә. «Wembley Park» (Jubilee һәм Metropolitan Line) метро станцияһынан паркка тиклем махсус автобус ебәреләсәк.

Байрам программаһында Татарстан флагын күтәреү тантанаһы, былау-брейк, милли уйындар (көйәнтә менән йүгереү, бүрәнәлә тоҡтар меән һуғышыу, гер күтәреү, ҡатыҡлы һауыттан тәңкәләр сығарыу, йомортҡа менән йүгереү, арҡан тартыу), шулай уҡ күңел асыу программаһы ҡаралған.

Сараға Германиянан, Бельгиянан, Балтика илдәренән, Рәсәйҙән һәм башҡа төбәктәрҙән ҡунаҡтар килеүе көтөлә.

Лондондағы беренсе һабантуй Берләшкән Короллектең Татарҙар ассоциацияһы инициативаһы менән ойошторола, тип хәбәр иттеләр «Татар-информ» агентлығына байрамды ойоштороусылар.

темалар: һабантуй