9 декабрь, Йома

13 июль 2012 йыл, 10:06

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙәге Европа бизнесы ассоциацияһы етәксеһе Франк Шауф менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Динар Калимуллин

12 июлдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙәге Европа бизнесы ассоциацияһы генераль директоры Франк Шауф менән эш осрашыуы үткәрҙе. Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, унда Башҡортостанға инвестициялар һәм Европаның ҙур компанияларын — Ассоциация ағзаларын йәлеп итеү  мәсьәләһе тикшерелде. Шулай уҡ капитал һалыуҙарҙың ышаныслылығын һәм асыҡлығын тәьмин итеүгә практик яҡтан булышлыҡ итеү тураһында һүҙ алып барылды.

Рөстәм Хәмитов Франк Шауфты республика менән таныштырҙы, Башҡортостандың  Рәсәй Федерацияһының иң эре субъекттарының береһе булыуын, халыҡ иҫәбе буйынса илдә етенсе урында килеүен, ә сәнәғәт етештереү күләмдәре һәм башҡа бик күп күрһәткестәр буйынса йә алдынғылар рәтендә, йәиһә Рәсәйҙең иң ҙур ун төбәге исемлегендә тороуын билдәләне.

— Яңы ғына үҙебеҙҙең ауыл хужалығы производстволарынан ҡайттым – унда ярты көн булдым. Ураҡ кампанияһын башланыҡ. Ауыл хужалығы буйынса ла беҙ Рәсәй Федерацияһының иң эре биш төбәге иҫәбендә, тип әйтергә теләйем, — тине республика башлығы. Ул йәнә, Башҡортостандың үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәре бар, һәм беҙ республикаға инвесторҙар, шул иҫәптән Европаныҡылар ҙа, әүҙем килһен өсөн күп нәмә эшләйбеҙ, беҙҙең ошондай бихисап бәйләнештәребеҙ, республика биләмәһендә бизнестың уңышлы үҫешеүе өлгөләре бар, тип билдәләне. Президент әйтеүенсә, «беҙ эштәрҙе асыҡ, ғәҙел алып барабыҙ. Административ кәртәләрҙе мөмкин тиклем кәметергә тырышабыҙ».

— Һәйбәт, заманға ярашлы закондар ҡабул иттек. Бында инвесторҙарға ярайһы ҙур льготалар биреү тураһында һүҙ бара. Был мөлкәткә һалымға ҡағыла. 5 млрд һумдан ашыу суммаға баһаланған эре проекттар өсөн 10 йыл дауамында ошондай ташлама ҡаралған. 2 — 5 млрд һумлыҡ проекттарға – биш йыл дауамында. Һөҙөмтәлә яңы төҙөлөүсе предприятие ярайһы ҙур сумма ота. Бынан тыш, ергә, автомобиль транспортына, табышҡа ташламалы һалым ҡаралған, — тип билдәләне Президент.

Уның һүҙҙәренсә, республика властары төбәккә килгән инвесторҙарҙың тормошон еңеләйтә, ошо уҡ ваҡытта инфраструктура төҙөүҙе үҙ өҫтөнә ала, заманса индустриаль парктар, бизнес-парктар, IT-парктар булдыра.

— Беҙгә мотлаҡ IT-тармаҡ кәрәк, беҙ әле уны булдырыу өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Республика яңырыу юлына аяҡ баҫты һәм беҙ ысынлап та бик яҡшы алға барабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бихисап инвестиция проекттары бар. Беҙгә Европанан күп коллегалар килә. Һуңғы йылда аҙна һайын тиерлек Европа илдәре илселәре килә. Улар менән әүҙем аралашабыҙ. Франция, Германия Консуллығы илселәре менән бик яҡшы мөнәсәбәттәр булдырылған. Тиҙҙән Австрия илсеһе килергә тейеш. Асылда, Башҡортостан Республикаһында яңырыу эштәре башланыуы тураһында барыһы ла ишеткән һәм белә, шуға ла бизнесҡа тап беҙгә, беҙҙең территорияға килергә кәрәк. Һәм беҙ ошоно күҙәтәбеҙ ҙә.

Президент әйтеүенсә, «Рәсәйҙәге Европа бизнесы ассоциацияһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөргә кәрәк».

— Европа бизнесы ассоциацияһы менән килешеү төҙөргә әҙербеҙ. Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе тыңларға, уларҙы ҡабул итергә әҙербеҙ. Бәлки, был Ассоциацияның вәкиллеген ойоштороп, бында офис асырғалыр – беҙ ошоға бәйле бар сығымдарҙы һәм ойоштороу эштәрен өҫтөбөҙгә алырға әҙербеҙ,— тип хеҙмәттәшлеккә әҙерлек белдерҙе республика башлығы.

Франк Шауф та, үҙ сиратында, Ассоциацияның республика менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын билдәләне.

— Сәнәғәт, сеймал сығарыу һәм ауыл хужалығына килгәндә Башҡортостандың  Рәсәйҙең иң мөһим төбәктәренең береһе булыуын аңлайбыҙ. Шуға күрә ниндәй пландарығыҙ булыуы тураһында тулыраҡ ишетергә теләр инек,— тине Франк Шауф. — Европа бизнесы ассоциацияһы булараҡ беҙ Рәсәй территорияһында 1995 йылдан  – ойошма булдырылғандан башлап эшләйбеҙ. Рәсәй Евросоюз менән тығыҙ иҡтисади бәйләнештәр булдырғанға күрә, бында Европанан килгән инвесторҙар ныҡ күп. Мөһим маҡсаттарыбыҙҙың береһе – ағзаларыбыҙҙы Рәсәй төбәктәре менән таныштырыу. Шуға күрә Хөкүмәтегеҙ Мәскәүҙә Ассоциация ағзалары өсөн презентация әҙерләй алһа, бик шәп булыр ине. Был хеҙмәттәшлекте арттырыуға булышлыҡ итәсәк.

Белешмә өсөн. Рәсәй Федерацияһындағы Европа бизнесы ассоциацияһы Евросоюз илдәре-ағзаларының илселәре, бер нисә компания һәм Рәсәй Федерацияһындағы Европа Комиссияһы Вәкиллеге башлығының инициативаһы менән 1995 йылда ойошторолған. Бөгөн ассоциация Рәсәйҙә эшләүсе 640-тан ашыу Европа компанияһын һәм банкын берләштерә.