10 декабрь, Шәмбе

12 июль 2012 йыл, 17:10

Рөстәм Хәмитов Благовар районындағы сусҡасылыҡ комплексы төҙөлөшөн ҡараны

автор: Ғәлиә Нәбиева, Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 12 июлдә Благовар районындағы ике өҫтөнлөклө инвестиция проектының нисек тормошҡа ашырылыуын тикшерҙе. Республика башлығы Дмитриевка ауылындағы сусҡасылыҡ комплексы төҙөлөшө менән танышты. Тере ауырлыҡта 700 мең тонна сусҡа ите етештереү ҡеүәтенә эйә был объектты ике этапта күтәреү ҡаралған. Беренсе этапта эштәрҙе «Башҡортостан ит компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара. Проект тулыһынса «Разгуляй» компанияһы менән тормошҡа ашырыла.

Яңы предприятиеға нигеҙ ташы былтыр ноябрҙә һалынған, ә быйыл апрель айында тәүге кредит килешеүҙәре төҙөлгән.

Ошо көндәрҙә генә республика Хөкүмәте объекттың инвестиция проекты булыуын раҫланы. Комплекс бөтәһе 17 майҙансыҡтан торасаҡ. Шуларҙың бишәүһе  – үрсетеү цехтары, унауһы – һимертеү модулдәре. Йәнә ҡатнаш аҙыҡ заводы һәм сусҡаларҙы аҫрау өсөн биналар төҙөү ҡаралған. Комплекста бер юлы 320 мең сусҡа аҫралырға тейеш.

Республика Президентына проекттың дөйөм алғанда 11,5 млрд һумға финансланасағы тураһында һөйләнеләр. Был аҡса өс йыл дауамында үҙләштерелергә тейеш. Инфраструктура үҫешенә ҙур суммала капитал һалыуҙар көтөлә. Быларға кәм тигәндә 30 км юл һәм 80 км газ үткәргес торбалар инә.  Ун йыл дауамында предприятие республика бюджетына биш миллиард һум аҡса индерәсәк, тип көтөлә. 2015 йылда предприятие тулы ҡеүәтенә эшләй башлағас, персонал күләме 800 кешегә етәсәк. Эксперттар менән күҙалланған пландарға ярашлы, проектты тормошҡа ашырыу сусҡа ите етештереү буйынса күрһәткестәрҙе ярайһы ныҡ яҡшыртасаҡ. 2009 йылда төбәк Рәсәйҙә туғыҙынсы урында килгән, 2015 йылға иһә уның өсөнсө урынға сығыуы планлаштырыла.

Рөстәм Хәмитов ниндәй төҙөлөш материалдары ҡулланылыуы һәм поставкалаусылар менән ҡыҙыҡһынды. Төҙөүселәр менән әңгәмә барышында бер нисә проблема булыуы асыҡланды. Мәҫәлән, ике предприятие – 1-се һәм 3-сө тимер-бетон заводтары тимер-бетон конструкциялар килтереүҙе тотҡарлай. Был изделиеларҙың сифатына ла дәғүәләр бар. Былар барыһы ла проектты тормошҡа ашырыу графигына йоғонто яһай. Республика Президенты вице-премьер Сергей Афонинға ошо хәлдәрҙе асыҡларға ҡушты. Рөстәм Хәмитов комплексҡа экспертиза үткәреү сроктарына бәйле проблемаларҙы ла контролгә алды. Объекттың корпустары бер типта, әммә уларҙың береһе тикшереү үткән, ә икенсе корпус буйынса был мәсьәлә билдәһеҙ ваҡытҡа кисектерелгән.

Республика яғынан был проект билдәле льготалар аласаҡ. Былар һалым баҫымын кәметеүҙән тыш, инфраструктура үҫешендә, шулай уҡ агросәнәғәт комплексы предприятиеһы булараҡ процент ставкаларын субсидиялау кеүек ярҙам буласаҡ.

Башҡортостан Президенты Өфө селекция-гибрид үҙәге төҙөлөшө менән дә танышты. Ҡашҡалаша ауылындағы был объектта ер эштәре башланған. Рөстәм Хәмитов үҙәктә эшләйәсәк йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү проблемаһын күтәрҙе. Атап әйткәндә, республика башлығы Пришиб ауылында яңы урам төҙөргә тәҡдим итте. Проект буйынса унда 20 йорт булырға тейеш. Президент әйтеүенсә, төҙөлөшкә сығымдарҙың бер өлөшөн республика үҙ өҫтөнә алырға әҙер.