Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Стратегик инициативалар агентлығы эшҡыуарлыҡ темаһына конкурс үткәрә

Иҡтисад

Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса Рәсәй Хөкүмәте менән ойошторолған  Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн «Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ: тарихы, уңыштары, проблемалары» конкурсын  үткәрә.

Әүҙем гражданлыҡ позицияһын үҙ иткән, юғары социаль яуаплылыҡ тойған эшҡыуар образын булдырыу, бығаса йәшәп килгән стереотиптарҙы юйыу, Рәсәйҙә эшҡыуарҙарға һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә булған кире ҡарашты үҙгәртеү – уның төп маҡсаты.

Рәсәйҙәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген мөмкин тиклем  тулыраҡ сағылдырған телевизион һәм радиоматериалдар, мәҡәләләр, фотоһүрәттәр, карикатуралар һәм интернет-яҙмалар конкурсҡа ҡабул ителә.

Конкурс һәр береһе өс урынлы һигеҙ номинацияға бүленгән. Дөйөм приз фонды – 2 млн 100 мең һум. Бынан тыш, журналистарҙың иң яҡшы эштәре Стратегик инициативалар агентлығы китабына инәсәк, ә уларҙың авторҙары быйыл октябргә билдәләнгән конкурсҡа йомғаҡ яһау тантанаһында исемле дипломдар аласаҡ.

Агентлыҡ журналистарҙы конкурста ҡатнашыуға саҡыра, бының өсөн заявка бирергә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть