10 декабрь, Шәмбе

12 июль 2012 йыл, 15:33

Рәсәйҙең бизнес-омбудсмены Борис Титов Өфөгә килә

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй Федерацияһындағы Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил Борис Титовтың 19 июлдә Өфөгә килеүе көтөлә, тип хәбәр итте Рәсәйҙең бизнес-омбудсмены килеүенә әҙерлек мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты советнигы Андрей Назаров.

Борис Титовтың визиты сиктәрендә түңәрәк өҫтәл үткәрелә, унда эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын бөтөн кимәлдә яҡлау мәсьәләһе ҡараласаҡ. Шулай уҡ бизнес һәм коррупция мәсьәләһе күтәреләсәк. Уға бәйле эшҡыуарҙар милкен рейдерлыҡ юлы менән тартып алыу, нигеҙһеҙ сәбәптәр буйынса эшҡыуарҙарға енәйәт эше асып эҙәрләү кеүек проблемалар ҡалҡа.  

Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан етәкселеге ҡатнашасаҡ, тип көтөлә.  Спикерҙар булып Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың омбудсмендары — Борис Титов менән Рафаил Ғибаҙуллин, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты башлығы Руслан Кинйәкәев һәм төбәктәге иң абруйлы биш йәмәғәт ойошмаһының вәкилдәре сығыш яһаясаҡ. Былар — ошо дәүләт вазифаһына тәғәйенләнгәнгә тиклем Борис Титов етәкләгән «Эшлекле Рәсәй», «Рәсәй терәге» йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзының төбәк бүлексәһе, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.

Әйткәндәй, Башҡортостан — Рәсәйҙең бизнес-омбудсмены килергә йыйынған тәүге төбәк.