Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Өфөлә балалар араһында Бөтә Рәсәй Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы үткәрелә

Йәмғиәт

14 июлдә Өфөнөң «Ләлә-Тюльпан» йәмиғ мәсетендә IX Бөтә Рәсәй Ҡөрьән уҡыусылар конкурсы үтәсәк. Уны Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ойоштора. «Башинформ» агентлығына Ислам университеты проректоры Мөрсәл Әхмәтов хәбәр итеүенсә, конкурсты ойоштороу комитетына 120-нән ашыу заявка килгән. Башҡортостандан, Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Ҡурған, Һамар өлкәһенән балалар Изге китапты яттан һөйләүҙә оҫталығын күрһәтергә теләк белдергән.

— Бүләктәрҙе ғәҙел бүлер өсөн, беҙ балаларҙы Ҡөрьәнде беренсе йыл уҡырға өйрәнеүсе һәм уны бер йылдан ашыу уҡыған төркөмдәргә бүлдек, ә Изге китапты оҫта уҡыусылар иһә айырым ярышасаҡ, — тине Мөрсәл хәҙрәт. – Балаларға планшет компьютерҙар, смартфондар, һанлы фотоаппараттар һәм башҡа төрлө ҡиммәтле бүләктәр әҙерләнгән.

Йәш конкурсанттарҙы Ислам университеты уҡытыусылары һәм имам-мөхтәсибтәрҙән торған жюри баһалаясаҡ. Мөрсәл Әхмәтов әйтеүенсә, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин һәм тағы бер нисә төбәк мөфтөйө был сараны килеп күрергә вәғәҙә биргән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть