4 декабрь, Йәкшәмбе

12 июль 2012 йыл, 14:11

Башҡортостан Президенты 2012 йылғы ураҡҡа старт бирҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева, Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 12 июлдә Благовар районында үткән Баҫыу көнөндә дөйөм ураҡҡа старт бирҙе. Республика башлығы, бөгөн аграрийҙар финиш һыҙығына сыға — ураҡты башлай, ауыл эшсәндәре өсөн был мөһим этап, тип билдәләне.

Президент игенселәргә ҡатмарлы осорҙа ярҙам итәсәк бер нисә ыңғай мәлде билдәләп үтте. Ураҡ эштәре өсөн арзан хаҡҡа яғыулыҡ һатылыуы һәм етештерелгән һөт өсөн компенсациялар түләй башланыуы ла – шулар араһында. Был яҡынса 400 млн һум. Бындай финанс ярҙамы ауыл эшсәндәренә аномаль эҫе көндәр торғанда уңышты ваҡытында йыйып алырға һәм малсыларға аяҡҡа баҫырға булышлыҡ итәсәк.

Рөстәм Хәмитов һауа торошона өмөтләнергә ярамағанлығын билдәләне. Әлеге шарттарҙа аграрийҙар 2 млн 300 мең тонна иген алырға тейеш.

— Был уңыш республиканың эске ихтыяждарын да ҡаплаясаҡ, артып ҡалғанын һатырға ла мөмкинлек бирәсәк, — тине БР Президенты.

Республика башлығы әйтеүенсә, был бик яҡшы финанс һөҙөмтә. Йәнә уның билдәләүенсә, ошондай республика кимәлендәге семинарҙар реаль файҙа килтерергә тейеш. Айырыуса һуңғы йылдарҙа тармаҡта ярайһы ҙур яңыртыу эштәре алып барылғанда. Президент һүҙҙәренсә, һуңғы ярты йылда республика аграрийҙары ике миллиард һумдан ашыу суммаға техника һатып алған. Былтыр был сумма бер ярым миллиард һумдан кәмерәк булған. Комбайндар паркы ла ярайһы ныҡ яңырған.

— Беҙҙең өсөн ураҡ һәр ваҡыт байрам, — тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан башлығы әлеге ураҡ эштәренең стратегияһы менән танышты. Ауыл эшсәндәре йәмғеһе өс миллион гектарҙан ашыу майҙандан уңыш йыйып алырға ниәтләй. Иген майҙандары сәсеүлектәрҙең 48,3 процентын тәшкил итә.

Кәңәшмәлә игенде һаҡлауға һалыу мәсьәләһе лә тикшерелде. Быйыл уның күләме дүрт мең тоннанан ашыу булырға тейеш. Шулай уҡ ужым культураларын сәсеү, тупраҡҡа минераль ашламалар индереү темаһы ла күтәрелде.

Республика Президентына ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген анализлаусы таблицалар күрһәтелде. Республиканың 18 районы ғына һөрөнтө ерҙәрен һөҙөмтәле файҙалана булып сыҡты. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов мал аҙығын әҙерләү темптары менән танышты, мал аҙығы сифаты мәсьәләһен күтәрҙе.

Ауыл эшсәндәре алдында урып-йыйыуҙы 25-30 көндә тамамлау бурысы ҡуйылды.

— Беҙҙе ауыр эш көтә. Һауа шарттарынан файҙаланып, эште ике-өс сменала ойоштороп, юғалтыуҙарһыҙ мөмкин тиклем алға барырға кәрәк, — тине республика Президенты. – Ул саҡта беҙ ике миллион тоннанан ашыу иген йыя аласаҡбыҙ.

Бынан тыш, аграрийҙар 55 мең тонна күләмендә күсмә страховка фондын булдырырға тейеш. Рөстәм Хәмитов былтыр ойошторолған залог фондының һөҙөмтәлелеге менән ҡыҙыҡһынды. Быйыл был практика дауам ителәсәк. Залог операциялары механизмы 23 июлдән эш башлай. Президент һүҙҙәренсә, был фонд ауыл эшсәндәре өсөн финанс хәүефһеҙлеге гарантияһы булып тора. 2011 йылда баҙарҙа игенгә хаҡтарҙың үҙгәреп тороуы шарттарында аграрийҙар игендең һәр тоннаһынан ике мең һумға тиклем аҡса ота алды.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының, Башҡорт дәүләт аграр университетының ҡаҙаныштары күрһәтелгән стендтарҙы, шулай уҡ «Стәрлетамаҡ Агротехсервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Илеш Тракторҙар ремонтлау предприятиеһы, «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы һәм «Туймазы бетон ташыу машиналары заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте кеүек республиканың дүрт предприятиеһы тәҡдим иткән яңы техниканы ҡараны. Презентацияны БР Хөкүмәте вице-премьеры – БР ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев үткәрҙе. Республика башлығы «Ростсельмаш» тәҡдим иткән яңы техника менән дә танышты.

— Ураҡ эштәрен өс сменала ойошторорға кәрәк. Башҡа төрлө рецептарыбыҙ юҡ. Ураҡты ни тиклем тиҙерәк тамамлаһаҡ, юғалтыуҙар ҙа шул тиклем аҙыраҡ буласаҡ, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.